+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
19 Май 2023, 07:49

Һәләтле уҡыусыларҙы тәҡдим итегеҙ, милләттәштәр!

2023/24 уҡыу йылында Республика Башлығы стипендияһына дәғүә иткән иң һәләтле уҡыусылар араһында конкурс башлана. Белмәй ҡалмағыҙ, документтар 25 майҙан ҡабул ителә башлай.

Һәләтле уҡыусыларҙы тәҡдим итегеҙ, милләттәштәр!Һәләтле уҡыусыларҙы тәҡдим итегеҙ, милләттәштәр!
Һәләтле уҡыусыларҙы тәҡдим итегеҙ, милләттәштәр!

Яҡшы уҡыған, төрлө конкурс, олимпиада, турнир, ярыштарҙа еңеүсе йәки призер булған уҡыусыларҙы һәр белем усағы тәҡдим итә ала. 

https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/542646/ һылтанмаһы буйынса был турала тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин. Документтарҙы тапшырыу өсөн алдан +7 (34-72) 18-03-26 телефоны буйынса яҙылырға кәрәк. 23 июнгә тиклем эш кәндәрендә 15.00 сәғәттән 16.30 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. 

Әүҙемерәк булығыҙ, дуҫтар, алдағы уҡыу йылында Республика Башлығы стипендиаттары исемлегендә һеҙҙең уҡыусылар ҙа булыуын теләйбеҙ. 

Фото: "Йәншишмә". 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас