+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
24 Май , 14:23

"Беҙҙең бала саҡ" конкурсы бара

Дуҫтар, "Беҙҙең бала саҡ" фотоһүрәттәр конкурсында һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ. Уны 1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап үткәрәбеҙ: https://vk.com/wall-45440006_43801.

"Беҙҙең бала саҡ" конкурсы бара
"Беҙҙең бала саҡ" конкурсы бара

Конкурста ҡатнашыу өсөн ошо яҙма аҫтына https://vk.com/wall-45440006_43801 фотоларығыҙҙы фекер рәүешендә ҡуйығыҙ. Исем ҡушырға, ҡайһы район, ауыл, ҡала, ҡасабанан икәнегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ. 

Иғтибар итегеҙ: конкурста «Йәншишмә»нең  «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөнә  (https://vk.com/club45440006) яҙылғандар ғына ҡатнаша ала. Фотоғыҙға исем уйлап, кем, ҡайҙан икәнегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ.

31 майға тиклем һеҙҙән төрлө мәлдәрҙә, төрлө урындарҙа төшкән сағыу, ҡыҙыҡлы фотолар көтәбеҙ, дуҫтар.

Ике еңеүсе буласаҡ: береһе тауыш биреү ярҙамында билдәләнәсәк, икенсеһен редакция һайлаясаҡ. Уларға "Йәншишмә"нең Почёт грамотаһы һәм матур бүләк тапшырыласаҡ. Үҙенсәлекле фотолар өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары биреләсәк.

Һеҙҙең иғтибарға конкурсҡа килгән бер нисә фотоны тәҡдим итәбеҙ. Бөтә фотоларҙы ошонда ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/wall-45440006_43801.

"Беҙҙең бала саҡ" конкурсы бара
"Беҙҙең бала саҡ" конкурсы бара
"Беҙҙең бала саҡ" конкурсы бара
"Беҙҙең бала саҡ" конкурсы бара
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас в