

140-тан ашыу нәшриәт, китап магазиндары ҡатнашҡан ҙур байрамда редакцияларҙы "ГАЗЕТЫ И ЖУРНАЛЫ БАШКОРТОСТАНА" тигән яҙыу буйынса табырһығыҙ.
Балалар, каникулығыҙҙың беренсе көнөн халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сарала ҡатнашып, иҫтәлекле, онотолмаҫлыҡ итеп үткәрегеҙ. "Башҡортостан" үҙәк шашка клубы ағзалары, халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулаған үҫмерҙәр Сафия Танһыҡҡужина, Асҡар Борханов, Илдар Ғиләжев менән шашка буйынса көс һынашып ҡарарға мөмкин буласаҡ. Улар - өсөһө лә спорт мастерлығына кандидаттар. Һәр береһе дүртәр таҡтала дүрт кеше менән бер юлы уйнаясаҡ. Уйындарҙа ҡатнашыусыларҙы бүләктәр көтә!
Шулай уҡ ҡыҙыҡлы викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биреп, матур бүләктәр алырға мөмкин буласаҡ. Концерт номерҙары ла көтөлә. Презентацияны йырсы, ҡурайсы Рифат Йәмлихин алып барасаҡ.