

Тимәк, иртәгә - һуңғы көн. Артабан еңеүселәрҙе билдәләү этабына күсербеҙ. Шуның өсөн фотоларығыҙҙы тағы бер тапҡыр ҡарап сыҡһағыҙ ине: ҡайһы район, ауыл, ҡаланан икәнлеге яҙылғанмы, исем ҡушылғанмы?
Иғтибар итегеҙ: фотоконкурста "Йәншишмә"нең "Бәйләнештә"ге төркөмөнә (https://vk.com/club45440006) яҙылғандар ғына ҡатнаша ала, дуҫтар.
Һеҙҙән бик күп матур-матур фотолар килә, ҙур рәхмәт барығыҙға ла! Иң шәптәрен киләсәктә гәзитебеҙ биттәрендә лә баҫтырып сығарырбыҙ, Алла бирһә.