

Уны Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Күңел күҙе» инклюзив халыҡ театры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған коллективының балалар составы ҡуясаҡ.
Коллективтың балалар составы 2023 йылдың башында инклюзив ижад лабораторияһы сиктәрендә булдырылған. Унда Өфө ҡалаһының 132-се, 103-сө, 106-сы мәктәптәре, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһының 11 - 14 йәштәге уҡыусылары шөғөлләнә. Коллектив тәүге тапҡыр 17 мартта «АРТ-Ҡоролтай» III мәҙәни форум сиктәрендә сығыш яһаған.
«Һәр сығыш - балалар өсөн оло шатлыҡлы ваҡиға. Йәш актерҙар спектакль ҡуйыуға етди ҡарай, тырышып әҙерләнә. Улар репетицияларҙы һәм тамашасылар менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә», - ти театр етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов.
«Бишкә тиклем һанайым» - ҡыйыулыҡ, баҫалҡылыҡ һәм ысын дуҫлыҡ тураһындағы әкиәт. Төп герой – Тейенгә ғашиҡ булған һәм уның менән дуҫлашырға теләгән Ҡуян. Тейен менән дуҫлашыу өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк, ә уға бишкә тиклем һанап ҡына өлгәшеп була.
Спектакль «Торатау» конгресс-холының концерт залында 15.00 сәғәттә башлана. (0+)