

Балалар, үҫмерҙәр өсөн әҙәби һәм сәнғәт әҫәрҙәре 2023 йылдың 15 июненән 15 июленә тиклем ҡабул итә.
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия үҫеп килгән быуынға рухи-әхлаҡи, патриотик тәрбиә биреүгә мөһим өлөш индергән ижад өсөн ике йылға бер тапҡыр бирелә. Конкурста ҡатнашҡан әҫәрҙәр исемлеге республиканың матбуғат баҫмаларында баҫылып сығасаҡ.
Премия 15 декабргә тиклем тапшырыласаҡ.
Документтар Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, 23-сө бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон - 280-87-75.
Фото: yanshishma.