+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Иғтибар!
19 Июнь 2023, 04:48

«Йондоҙҙарға һәм хыялдарға табан» акцияһында ҡатнашығыҙ

Ҡәҙерле дуҫтар! 16 июндән 20 июнгә тиклем беренсе космонавт ҡатын-ҡыҙ Валентина Терешкованың йыһанға осоуының 60 йыллығына арналған «Йондоҙҙарға һәм хыялдарға табан» исемле акция уҙа.

Унда ҡатнашыу өсөн «Беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт» тигән видеоролик төшөрөп, пост яҙып, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәгеҙгә (атай-әсәйегеҙ, уҡытыусығыҙ йә мәктәбегеҙҙекенә лә мөмкин) #Терешковакдш хештегы менән ҡуйырға кәрәк. Тулы адресығыҙҙы, исем-шәрифегеҙҙе, уҡыу йортоғоҙҙо ла яҙырға онотмағыҙ.

Эшегеҙҙе 20 июнгә тиклем ҡуйыу мотлаҡ.

Акцияның положениеһы посҡа беркетелгән.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас