

Унда Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың да портреты бар. Авторы - Изель Садиҡова.
- Мин Туймазы районы Нөркәй мәктәбенең VIII синыфына күстем. Әсәйем 3 йәшемдән рәсем түңәрәгенә йөрөтә башланы. Ә 10 йәштән Туймазы һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡый башланым. Живопись, графика буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алам. Быйыл Айнур Тимерғәлиевтың оҫталыҡ дәресендә булдым, ул яңыса һүрәт төшөрөргә өйрәтте. Остаз биргән белемде эштәремдә ҡулланам. Мортаза Рәхимов портреты өсөн «Портрет.Академический рисунок» III халыҡ-ара конкурсында I дәрәжәле диплом лауреаты булдым. Актёр Бенедикт Камбербэтч портреты өсөн Европа мәҙәниәте асоциацияһының I дәрәжәле дипломын алдым. «Һауа кешеләре» Рәсәй патриотик акцияһында ҡатнашам: Советтар Союзы Геройы Дема Леонид Васильевичтың портретын төшөрҙөм. Айнур Шамил улы ҡыҙыҡлы шәхестәр менән осрашыу мөмкинлеге лә бирҙе. Билдәле йырсыларҙың, уларҙың яҡындарының портреттарын эшләп бүләк итәм. Кисә генә Айҙар Ғәлимовҡа - ата-әсәһе һәм Элвин Грейға ҡатыны төшөрөлгән эштәремде концерт ваҡытында тапшырҙым, - тип үҙе менән таныштырҙы һәм ҡыуанысы менән уртаҡлашты йәш рәссам.