

Акция барышында аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаилә балаларын уҡыу кәрәк-яраҡтары һалынған биштәрҙәр менән тәьмин итәләр. Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына һәм яңы төбәктәрҙән күсеп килеүсе уҡыусыларға айырым иғтибар бүленәсәк.
Был акцияла һәр кем ҡатнаша, ярҙам күрһәтә ала. Республикала 4 меңдән ашыу ҡабул итеү пункты эшләйәсәк. Адрестарын "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһендә белешергә мөмкин. Мәктәп формаһы, аяҡ кейемдәре, спорт инвентарҙары ла ҡабул ителә. Өфөлә уҡыу кәрәк-яраҡтарын Зәки Вәлиди, 1 һәм Достоевский урамы, 73 адрестары буйынса тапшырырға була.
Фото: mail.ru.