

Халыҡ уйындары аша балалар электән ваҡыттарын күңелле үткәреп кенә ҡалмаған, ә етеҙлеккә, ҡыйыулыҡҡа ла өйрәнгән. 24-нән 30 июлгә тиклем уҡыусылар Рәсәйҙең төрлө төбәктәре: Донецк Халыҡ Республикаһы, Мордовия, Карелия, Ҡарасай-Черкес республикалары, Чукот автономия округы, Воронеж, Вологда өлкәләренең халыҡ уйындары менән таныша аласаҡ.
Акцияла ҡатнашыу өсөн үҙең йәшәгән төбәк уйындары менән видеролик төшөрөп, "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәңә #игрыкдш хештегын яҙып ҡуйырға кәрәк. Эксперт комиссияһы бөтә эштәрҙе баһалап, иң яҡшы 30-ын һайлап аласаҡ. Улар "Культурадляшкольников.РФ" порталында урынлаштырыласаҡ.
Фото: fs.cap.ru.