+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
26 Июль 2023, 07:30

Конкурста ҡатнашығыҙ!

Дуҫтар, "Ағиҙел" журналы күренекле шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Йәнбәк шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса видеоконкурс иғлан итә. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Ҡатнашығыҙ! Шарттары менән һылтанма аша үтеп таныша алаһығыҙ.

Конкурста ҡатнашығыҙ!Конкурста ҡатнашығыҙ!
Конкурста ҡатнашығыҙ!

“Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин...” конкурсы 14 сентябргә тиклем бара!

Күренекле шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Зәйнәб Биишева, Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәк шиғриәтебеҙ һәм матбуғатыбыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес. Ул оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләне.
Беҙ үҙебеҙҙең шәхестәрҙең исеме лә, ижады ла онотолмаһын өсөн төрлө конкурстар уйлап табып торабыҙ. Был юлы “Бәйләнеш”тәге төркөмөбөҙҙә Рәмил Йәнбәктең шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында “Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин...” тип аталған ВИДЕОКОНКУРС иғлан итәбеҙ.
Уның МАҠСАТЫ:
Башҡорт теленә, башҡорт һүҙенә һәм шиғри һүҙ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү;
Рәмил Йәнбәктең ижадын мәңгеләштереү һәм халыҡҡа таратыу;
Шиғыр һөйләүселәр араһында таланттарҙы асыҡлау.

✨ШАРТТАРЫ:
Рәмил Йәнбәктең үҙегеҙгә оҡшаған бер шиғырын ятлайһығыҙ һәм тасуири уҡып видеоға төшөрөп, “Ағиҙел” журналының төркөмөнә “предложить новость” тигән урынға йәки 89177858098 номеры буйынса телеграмда ебәрергә кәрәк.
Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.
Музыкаль йәһәттән биҙәлгән композицион сюжетлы видеоларға бер аҙ өҫтөнлөк бирелһә лә, төп шарт булып шиғырҙың йөрәген “аңлап”, тыңлаусы-уҡыусыға еткереү маһирлығы ҡала.
КОНКУРС 7 ИЮНЬ БАШЛАНА. 14 СЕНТЯБРҘӘ ЭШТӘРҘЕ ҠАБУЛ ИТЕҮ ТАМАМЛАНА.

⚡БҮЛӘКЛӘҮ:
Еңеүселәрҙе редакция хеҙмәткәрҙәре – баш мөхәррир Мөнир Ҡунафин, мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, бүлек мөхәриррҙәре Гөлнара Хәлфетдинова, Салауат Әбүзәр, яуаплы сәркәтип Луиза Кирәеванан торған жюри ағзалары билдәләй. Бер еңеүсе төркөмдә 15 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем ойошторолған тауыш биреү һөҙөмтәһенән сығып аныҡлана.

Конкурста еңеүселәргә сентябрь аҙағында шағирҙың тыуған ерендә – Күгәрсен районында иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла. Төп бүләктәрҙең береһе – “Ағиҙел”дән 100 хикәйә” ике томлығы.

Мәғлүмәт https://vk.com/agidel_rb төркөмөнән алынды.

Автор:
Читайте нас