

Кисә Стәрлебаш районындағы "Орлёнок" балалар һауыҡтырыу лагерында икенсе смена башланған. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан әүҙем уҡыусылар йыйылған. Сменаны асыу тантанаһы флаг күтәреүҙән башланған. Балаларҙы "Беренселәр хәрәкәте"нең төбәк етәксеһе Рәнис Хәсәнов менән Йәштәр йәмәғәт палатаһынан Егор Тарасевич сәләмләгән. Ете көн эсендә ял итеп кенә ҡалмаясаҡтар, социаль проектлау серҙәренә өйрәнәсәктәр, ижади һәләттәрен күрһәтәсәктәр.
23-29 августа өсөнсө смена ойоштороласаҡ. Унда һеҙҙең дә эләгеү мөмкинлегегеҙ бар, https://рдш.рф/competition/3739 сайтында теркәлеү үтеп, конкурста ҡатнашығыҙ. 11-17 йәшлек балалар алына.
Фото: vk.