+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
22 Август 2023, 05:20

Өфөлә «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйын фестивале үтәсәк

14 – 17 сентябрҙә Өфөлә «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйын фестивале үтәсәк. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Фестиваль фән, мәғариф, сәнәғәт белгестәре, ата-әсәләр һәм балалар йәмәғәтселеге өсөн заманса балалыҡтың уйын мәҙәниәтен үҫтереү, йәш быуынды тәрбиәләүҙә уйын һәм уйынсыҡтарҙың әһәмиәте, балаларҙың уйынға хоҡуғы мәсьәләләре буйынса берҙәм майҙансыҡ буласаҡ.

Федераль Йыйылыштың Федерация Советы, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы вәкилдәре, йүнәлештең алдынғы эксперттары ҡатнашлығында «Уйындан мөһимерәк: Рәсәй уйын сәнәғәте роле, әһәмиәте һәм үҫеш нөктәләре» темаһына пленар ултырыш фестивалдең төп өлөшө буласаҡ.

Фестиваль Өфөнөң яңыртылған Совет майҙанында үтәсәк. Дүрт көн дауамында майҙан Рәсәй уйынсыҡ етештереүселәренең, яратҡан йәнһүрәт геройҙары күргәҙмәһе, балаларҙың иң яҡшы уйын тәжрибәләрен күрһәтеү урыны буласаҡ. Фестивалдә кистәрен билдәле артистар сығыш яһаясаҡ һәм төрлө йәнһүрәттәр күрһәтеләсәк.

Фестиваль иртәнге 10-дан киске 10-ға тиклем эшләйәсәк. (0+)

Сығанаҡ: bashinform.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас