+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Иғтибар!
9 Сентябрь 2023, 09:02

“Дауалаусы уйындар”

“Әйҙә уйнарға” бөтә Рәсәй уйындар фестивалендә эшләйәсәк майҙансыҡтарҙың береһе шулай атала.

“Дауалаусы уйындар”“Дауалаусы уйындар”
“Дауалаусы уйындар”

Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы ҙур программа әҙерләй. Бында тактиль китаптар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға өҫтәл уйындары, китаптар күргәҙмәһе буласаҡ. Шулай уҡ сенсорлы ҡабул итеүҙе үҫтереү өсөн төрлө элементтары ышаныслы беркетелгән «Бизиборд» стендын презентациялау планлаштырыла.

“Дауалаусы уйындар” күңел асыу программаһы сиктәрендә 14 сентябрҙә Өфөнөң һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары ҡатнашлығында «Етем төлкө» башҡорт халыҡ әкиәте буйынса ҡурсаҡ спектакле күрһәтеләсәк.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас