

Үҫтереүсе уйындар һәм механик башватҡыстар авторы Владимир Красноухов байрам айҡанлы махсус рәүештә “Әйҙә уйнарға” исемле башватҡыс уйлап сығарған. Өфөгә килеп, ул ҡунаҡтар менән үҙе осрашмаҡсы һәм чемпионат үткәрмәксе.
Владимир Красноухов — 100-ҙән ашыу башватҡыс уйлап тапҡан кеше. Уның уйындары Рәсәйҙә генә түгел, ә Нидерландтар, Германия, Японияла ла серия менән сығарыла.
Фото: yandex.ru.