+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
20 Сентябрь 2023, 13:50

Гөлләмәне отҡоң киләме?

Дуҫтар, беҙҙә йәнә уйын, йәнә шәп бүләктәр отоу мөмкинлеге!

Гөлләмәне отҡоң киләме?
Гөлләмәне отҡоң киләме?

Тәрбиәселәр көнө яҡынлаша. Ошо уңайҙан, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, бәйге иғлан итәбеҙ. Фотоһүрәттәге гөлләмәне яратҡан тәрбиәсегеҙгә, уҡытыусығыҙға, остазығыҙға бүләк итеүе ҡайһылай күңелле булыр ине, шулай бит? Тәүге белемде бирә, ҡанаттар ҡуя, киләсәккә юл күрһәтә бит улар.

Уйында балалар, өлкәндәр, хатта тәрбиәселәр үҙҙәре лә ҡатнаша ала. Төп бүләктән тыш, редакциябыҙҙан тиҫтәгә яҡын иҫтәлекле сувенирҙар, китаптар уйнатыласаҡ! Ә ни эшләргә кәрәк һуң?

Ябайҙан ябай бер генә шарт бар. “Йәншишмә” гәзитенең телеграм-каналына ҡушылыу етә: https://t.me/yanshishma02. Булды, хәҙер 25 сентябрҙе көтөргә ҡала. Каналда тороусылар араһында еңеүселәрҙе махсус ҡушымта аша билдәләйәсәкбеҙ. Киттек! Дуҫтарығыҙҙы ла саҡырырға онотмағыҙ!

Гөлләмәне отҡоң киләме?
Гөлләмәне отҡоң киләме?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: