+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
20 Сентябрь 2023, 12:00

"Макулатура тапшыр ҙа ағасты ҡотҡар!"

Төбәгебеҙҙә 23 октябрҙән 13 ноябргә тиклем ошондай акция уҙа. Район һәм ҡалалар араһындағы ярыш тип тә әйтергә була уны. Еңеүселәргә премиялар, рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

"Макулатура тапшыр ҙа ағасты ҡотҡар!"
"Макулатура тапшыр ҙа ағасты ҡотҡар!"

Сара йылына ике тапҡыр даими рәүештә үткәрелә. Һәр кем урмандарҙы һаҡлауға һәм полигондарҙа сүп-сар күләмен кәметеүгә өлөш индерә ала.

Ҡатнашыуға Башҡортостандың барлыҡ уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары, төрлө компаниялар саҡырыла. Макулатураны тупларға һәм экомарафондың рәсми сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк. 

6+

Фото: bashinform.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: