+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
21 Сентябрь 2023, 09:41

Рәсәй банкы уҡыта

Рәсәй банкының финанс белеме буйынса онлайн дәрестәре башланды. Унда ҡатнашыу өсөн https://dni-fg.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк. Проект VI-XI синыф уҡыусылары, колледж студенттарына финанс белеме алыу мөмкинлеге бирә.

Рәсәй банкы уҡыта
Рәсәй банкы уҡыта

Сайтта дәрестәр теҙмәһе, йыш осраған һорауҙарға яуаптар, онлайн лекцияларға ҡушылыу тәртибе бирелгән. Бер үҙең йә төркөм, синыф менән дә ҡатнашырға мөмкин.

Рәсәй банкы финанс грамоталығы буйынса дәрестәрҙе 2015 йылдан алып ойоштора. 2022 йылда проектҡа Башҡортостандан мәктәптәрҙең 80 проценты, балалар йорттары һәм приюттар ҡушылғайны. 

Быйыл да шәхси финансты планлаштырыу, инвестициялау, страховкалау, финанс баҙарындағы хәүефһеҙлек, финанс хеҙмәттәрҙән файҙаланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, һалым, пенсия һәм башҡалар тураһында һөйләйәсәктәр. Һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында финансист эше тураһында ла дәрес буласаҡ. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы онлайн рәүештә бирергә мөмкин.

Өлкәндәр өсөн дә дәрестәр ойошторола. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә нисек дистанцион түләү, банк ҡушымтаһында нисек аҡса күсереү, хәүефһеҙ түләү, шулай уҡ көнүҙәк булып ҡалған мутлашыусыларҙың схемалары, уларҙан һаҡланыу юлдары, шәхси финанс планын нисек алып барыу һәм башҡа темалар буласаҡ. Көҙгө сессия 15 декабргә тиклем дауам итәсәк. Барлығы 174 вебинар ҡаралған. 

Фото: yandex.

Рәсәй банкы уҡыта
Рәсәй банкы уҡыта
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: