+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
2 Октябрь 2023, 11:55

"Һабантуй" шәп булмаҡсы

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында премьера көтөлә. Төп герой - эш рәте белмәгән, гармунсы Хәйләһеҙ исемле ауыл егете. 

"Һабантуй" шәп булмаҡсы
"Һабантуй" шәп булмаҡсы

Бер көндө төшөндә матур ҡыҙыҡайҙы күрә һәм уны эҙләргә була. Әсәһенә: "Миңә берәй һөнәр үҙләштерергә, үҙемде табырға кәрәк", - ти ул. Артабан ваҡиғалар нисегерәк дауам итер, спектаклде ҡарағас беләбеҙ инде. 

Унда Һабантуй байрамының килеп сығыу тарихы ла һөйләнәсәк. Владимир Аношкин пьесаһы буйынса театрҙың директоры Альберт Имаметдинов ҡуйған тамаша мауыҡтырғыс булмаҡсы. 

Премьера Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында 7 октябрҙә үтәсәк. 

Спектакль "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте " проекты буйынса ҡуйыла.

Фото: vk.com.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: