+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
13 Октябрь 2023, 11:08

"Беренселәр хәрәкәте" сменаһында ҡатнашығыҙ

Көҙгө каникулда Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Беренселәр хәрәкәте" төбәк ойошмаһының йүнәлешле сменаһы эшәйәсәк.

"Беренселәр хәрәкәте" сменаһында ҡатнашығыҙ
"Беренселәр хәрәкәте" сменаһында ҡатнашығыҙ

Ул А.П.Гайдар исемендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында ойошторола. "Беренселәрҙең уңыш формулаһы" тип аталған был сменала V-XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Унда эләгеү өсөн  будьвдвижении.рф сайтында теркәлгән булырға, А.П.Гайдар исемендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы төркөмөнә - @club112160177 яҙылырға, 15 октябргә тиклем https://forms.gle/Z2ifkHrisjxvw29fA ғариза бирергә кәрәк. Тулы мәғлүмәт - ошонда.

Әүҙемерәк булығыҙ, дуҫтар. 

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: