+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
26 Октябрь 2023, 13:00

“Сәнғәт төнө”ндә ҡайҙа барырға?

3 һәм 4 ноябрь музейҙар, китапханалар, клубтар, театрҙар, филармониялар һәм башҡа мәҙәниәт учреждениелары үҙ ишектәрен аса.

“Сәнғәт төнө”ндә ҡайҙа барырға?
“Сәнғәт төнө”ндә ҡайҙа барырға?
  1. Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында арт-оҫтахана эшләйәсәк, балалар яҙыусыһы менән осрашыу көтөлә, уйындар үткәрелә.
  2. Өфө ҡала планетарийы нәфис фильм күрһәтәсәк.
  3. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы тарихы музейында һуҡыр шағир-фронтовик, талантлы музыкант һәм ҡурайсы Батыр Вәлидкә һәм шулай уҡ күреү һәләтенән мәхрүм булған композитор, педагог Николай Инякинға арналған күргәҙмәләр менән танышырға мөмкин. Ғаилә менән өҫтәл уйындары уйнарға була.
  4. “Ижад” күргәҙмә залында 29-сы, 31-се моделле китапханалар һәм 41-се моделле үҫмерҙәр китапханаһы квест үткәрә.
  5. Искин мәҙәниәт йортонда архитектор Елена Маякова менән осрашыу көтөлә.
  6. Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһы “AveMaria” Башҡорт дәүләт филармонияһы концертының видеояҙмаһын, 2-се моделле китапхана – ХХ быуат шағирҙары әҙәбиәтенә арналған “Шиғриәт – сәнғәттең юғары төрө” виртуаль күргәҙмәһенең презентацияһын күрһәтә. 6-сы моделле китапхана “Ван Гог донъяһы” виртуаль экскурсияһын ойоштора, ә 4-се моделле китапхана рәссамдар Леонардо да Винчи, Пабло Пикассо, Винсенте Ван Гог тураһында һөйләргә әҙерләнә. 46-сы китапхана илдең иң ҙур һәм билдәле музейҙары тураһында лекция һөйләйәсәк.
  7. 40-сы моделле балалар китапханаһы кескәйҙәрҙе рәссам-декоратор һөнәре менән таныштыра.
  8. Өфө балалар сәнғәт мәктәбе стеналарында Башҡортостан акварелистары күргәҙмәһе асыла.

Һәм бик күп башҡа саралар хаҡында мәғлүмәтте ойоштороусыларҙың рәсми сайттарында алырға була. Сәнғәткә битараф булмайыҡ!

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: