+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
11 Ноябрь 2023, 18:00

Ҡыш бабай поезы ҡасан килә?

Ҡыш бабай поезы — Яңы йыл стилендә биҙәлгән тимер юл составы. Ул декабрь аҙағында Өфө халҡын ҡыуандырасаҡ.

Поезды 19 декабрҙә күрергә була. Күсмә резиденцияла ҡабул итеү бүлмәһе, уйындар һәм квестар өсөн вагон, ике вагон-ресторан, фотокупе һәм кибет бар. Һуңғыһында өфөләргә Бөйөк Устюг һәм Костроманан сувенирҙар һатыласаҡ. Легенда буйынса, тап Бөйөк Устюг Ҡыш бабайҙың тыуған ере булып тора. Кострома иһә Ҡарһылыу менән бәйле.

Состав башта ҡала вокзалына килә, һуңынан балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн күңел асыу программаһы башлана. Ә быйыл поезғаяңы вагон – ҙур булмаған ҡурсаҡ театры өҫтәлде. Тамаша 45 минут барасаҡ.

Быйыл поезд маршруты Рәсәйҙең 70-ләгән ҡалаһы аша һалынған.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: