+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
17 Ноябрь 2023, 11:32

Радий Хәбиров менән "Тура бәйләнеш" үтәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән быйылғы "Тура бәйләнеш" 29 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә буласаҡ. Бөгөндән башлап һеҙ ҙә республика етәксеһенә үҙегеҙҙе борсоған һорауҙы бирә алаһығыҙ, дуҫтар.

Радий Хәбиров менән  "Тура бәйләнеш"  үтәсәк
Радий Хәбиров менән "Тура бәйләнеш" үтәсәк

Беренсенән, социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың сәхифәһендәге яҙмалар аҫтына комментарий рәүешендә яҙырға мөмкин:  https://vk.com/radiyhabirov ,  https://ok.ru/radiyhabirov. 

Һорау биреүҙең икенсе юлы - Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында (https://glavarb.ru/rus/) видеомөрәжәғәт ҡалдырыу. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша инеп, «Госуслуги. Решаем вместе» тигән бүлектә һорау менән мөрәжәғәт иткән сифатлы видеояҙманы урынлаштырырға кәрәк. 

Фото: bashinform.

 

Радий Хәбиров менән  "Тура бәйләнеш"  үтәсәк
Радий Хәбиров менән  "Тура бәйләнеш"  үтәсәк
Радий Хәбиров менән "Тура бәйләнеш" үтәсәк
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: