+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
17 Февраль , 13:12

"Яратам мин телемде" конкурсы дауам итә

Ҡәҙерле дуҫтар, "Яратам мин телемде" конкурсына балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәрҙән дә видеояҙмалар килә. https://vk.com/wall-45440006_52182. 

"Яратам мин телемде" конкурсы дауам итә
"Яратам мин телемде" конкурсы дауам итә

Бәйгене уҡыусылар өсөн ойошторһаҡ та, улар ҙа ҙур теләк менән видеояҙмаларын тәҡдим итә. Шундай матур сығыштар! Шуға ла кескәйҙәр өсөн айырым номинация булдырырға ҡарар иттек.

Уҡыусыларҙан да иҫ киткес яҙмалар килә, хатта ҡайһы берҙәрен ҡарағанда күҙгә йәштәр төйөлә. Афарин, балалар, бына күпме нәфис һүҙ оҫталары бар икән һеҙҙең арала!

Видеояҙмаларҙың барыһын да сиратлап сайтыбыҙға, "Йәншишмә"нең төркөмөнә урынлаштырасаҡбыҙ. Әлегә уларҙы күберәк яҙылыусыларыбыҙ күрһен өсөн лайыҡ, комментарий менән хуплағыҙ, дуҫтар.

Видеоконкурсыбыҙ тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - https://vk.com/wall-45440006_52182. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: