Йәйҙең һәр көнөн ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп үткәрге килә, шулай бит? Тау буйҙарында еләк бешә, баҡсала емештәр өлгөрә, ә тирләп-бешеп йылғаға барып сумыуы ниндәй рәхәт! Берәү ҙә тик ултырмай, йорт-ҡура тирәһендә ата-әсәһенә ярҙам итә, хатта аҡса эшләргә лә өлгөрә. Күптәр ғаиләләре менән сәйәхәткә сыға: яҡындағы тау-мәмерйә булһынмы, йә диңгеҙ буйымы... Һәр мәлде фотоға төшөрөп алырға ла күнеккәнбеҙ.
Дуҫтар, ошо фотолар араһынан иң ҡыҙығын йә ҡыҙғанысын, һын ҡатырғысын йә йәлләттергесен, ғөмүмән, иң иҫтәлеклеһен һайлап алып, беҙгә конкурсҡа ебәрегеҙ! Бер нисә һөйләм менән аңлатма яҙырға ла була. Исем-фамилияғыҙҙы, ҡайҙан икәнегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ.
Август аҙағында иң ҡыҙыҡ, сағыу фотоһүрәттәрҙе һайлап, еңеүселәрҙе билдәләрбеҙ. Үҙегеҙҙе гәзит биттәрендә лә күрергә мөмкин булыр! Әйҙәгеҙ, башланыҡ! Фотоларҙы ошонда -
https://vk.com/topic-45440006_51299022 комментарий итеп беркетергә кәрәк. Иң шәптәрен һеҙгә гәзитебеҙ төркөмөндә лә күрһәтеп барырбыҙ. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ конкурсҡа.