+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
2 Июль , 11:26

"Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһы башланды

Ҡәҙерле дуҫтар, 1 июлдән республикала "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" хәйриә акцияһы башланды. Быйыл ул 14-се тапҡыр ойошторола.

"Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит" акцияһы башланды
"Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит" акцияһы башланды

Маҡсаты: аҙ тәьмин ителгән, күп балалы йәки тулы булмаған ғаиләләргә, һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә ярҙам итеү.

Ойоштороусылары  – Башҡортостан Ғаилә,  хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Ғаилә” республика ресурс үҙәге. Республика район-ҡалаларында урынлашҡан “Ғаилә” үҙәктәре бүлектәрендә мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйыу ойошторола. Кәнсә тауарҙары, дәфтәр, һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, балалар ижады өсөн йыйылмалар   бары тик яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йә иһә яҡшы хәлдә булырға тейеш. Акция 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

Бөтә һорауҙар буйынса Ғаилә үҙәктәренең берҙәм телефонына шылтыратып белешергә мөмкин: 8-800-347-5000. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: