+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
4 Июль , 15:09

"Шәп ил" проекты башлана

Рәсәй уҡыусылары өсөн "Шәп ил" ("Классная страна") тигән проект тормошҡа ашырыла. Программала ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма аша үтегеҙ һәм теркәлегеҙ: https://asi.ru/tourism/klassnaya-strana.

"Шәп ил" проекты башлана
"Шәп ил" проекты башлана

Был проекттың маҡсаты - төбәктәрҙә балалар һәм йәштәр мәғариф туризмы моделен булдырыу һәм таратыу. Былтыр 22 төбәк уның эшендә ҡатнашһа, быйыл башҡаларҙы ла көтәләр. 

"Шәп ил" биш йүнәлеш буйынса сәйәхәттәр программаһын проектлау майҙансығы ул. Быйылғы проект асыҡ уҡытыуҙан башланды, кем теләй, майҙансыҡта теркәлә лә белем ала. Һуңынан 20 һорауҙан торған тест тәҡдим ителә. Уңышлы яуап биреүселәрҙе артабан төбәк проект командаһы составына индереү мөмкинлеге бар. Барлығы 20 команда һайлап аласаҡтар. Унан инде тағы белемеңде камиллаштырып, төбәк буйынса туризм буйынса программа төҙөүҙә ҡатнаша алаһың. Иң һуңынан проектты яҡлау этабы була.

"Шәп ил" Президент Владимир Путиндың "Мәғариф", "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" индустрияһы милли проекттары мәсьәләләрен тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Проектты Стратегик инициативалар агентлығы Рәсәй Мәғариф министрлығы менән берлектә ойоштора. "Шәп ил" үҙ төбәгеңде, илеңде, уның тарихын, мәҙәни мираҫын, экологияһын, фәнен һәм башҡаларҙы яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Шәп бит!

Фото: asi.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: