+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
10 Июль , 13:09

Һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ, уҡыусылар

10 июлдә "Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡ әкиәттәре" акцияһы башлана(6+). "Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт" проекты буйынса йыл һайын ойошторолған сара 30 июлгә тиклем дауам итәсәк. Нисек ҡатнашырға һуң?

Һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ, уҡыусылар
Һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ, уҡыусылар

Беренсенән,  https://культурадляшкольников.рф/ порталында теркәлергә кәрәк. Шунан өс номинацияның береһен һайларға: "Рәсәй халыҡ әкиәттәре", "Урыҫ яҙыусыларының әкиәттәре", "Үҙем яҙған әкиәт". Уны уҡып, видео яҙҙырырға. Видеоны Яндекс Дискка һалыу мотлаҡ. Шунан уның һылтанмаһын күсереп, файлға һаҡларға. 30 июлгә тиклем https://культурадляшкольников.рф/ сайтындағы шәхси кабинетыңдан акцияла ҡатнашырға ғариза һәм эшеңде ебәрергә кәрәк. Эшкә һылтанма тапҡырына үҙеңдең видеоның Яндекс Дискта һаҡланған һылтанмаһын ҡуяһың. 

Әҙәбиәт һәм театр белгестәренән торған комиссия иң ҡыҙыҡлы 30 эште һайлап аласаҡ. Улар порталда баҫыласаҡ. Ә һөҙөмтәләр 1 сентябрҙә "Бәйләнештә" селтәрендә иғлан ителәсәк.

Фото: kultura.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: