-3 °С
Облачно
VKOKМакс
Иғтибар!
23 Октября 2024, 06:26

Кибермутлашыусылар йоҡламай

Хәҙер “Хәйерле иртә!” тип яҙылған картинкаға баҫыуы ла ҡурҡыныс.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кибермутлашыусылар йоҡламайКибермутлашыусылар йоҡламай
Кибермутлашыусылар йоҡламай

Телефондан халыҡты нисек кенә алдамайҙар. Көн һайын тиерлек һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәртеп торһаҡ та, һаман да мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгәләр.

Тағы ла иҫкә төшөрәйек: банк картаһы артындағы пин-кодты әйтергә ярамай. Телефонға килгән кодты ла шылтыратыусыға еткермәгеҙ! Төрлө һылтанмалар аша үтмәгеҙ. Хәҙер “Хәйерле иртә!” тип яҙылған картинкаға баҫыуы ла ҡурҡыныс. Берәй сайтҡа инеп китеүегеҙ бар.

Түләү операцияларын бушлай вай-фай булған ерҙә башҡармаҫҡа тырышығыҙ. Браузерҙа сеанстарығыҙы ябып барығыҙ. Ә банкоматҡа барһағыҙ, пин-кодты ҡул менән ябығыҙ. Ошонда тағы ла мәғлүмәт бар: https://киберзож.рф/role.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас