Әле Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ансамблдең иң яҡшы логотибы дизайнына бәйге иғлан иткән. Конкурста айырым рәссамдар, дизайнерҙар, командалар ҡатнаша ала. Шундай етди, республика йөҙөн донъя кимәлендә күрһәтерҙәй Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленең логотибы ла шәп булырға тейеш, әлбиттә, бының үҙенең талаптары бар. Эштәр 2025 йылдың 31 ғинуарына тиклем ҡабул ителәсәк. Еңеүсе-проект 20 февралдән дә һуңламай эксперт комиссияһы тарафынан билдәләнәсәк.
Фото: vk.com.