Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
4 Февраль , 14:35

"Ҙур саҡырыуҙар"ҙа ҡатнашығыҙ

"Ҙур саҡырыуҙар" Бөтә Рәсәй фәнни-техник проектының ошоғаса үткән туғыҙ миҙгелендә илдең 87 төбәгенән 120 мең уҡыусы ҡатнашҡан. 

"Ҙур саҡырыуҙар"ҙа ҡатнашығыҙ
"Ҙур саҡырыуҙар"ҙа ҡатнашығыҙ

2025 йылғы конкурсҡа эштәр 15 февралгә тиклем ҡабул ителәсәк. 

Унда фәнни һәм тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгән VII - XI синыф уҡыусылары, колледж һәм техникумдарҙың I - II курс студенттары ҡатнаша ала. Үҙ проектыңды тормошҡа ашыра аласаҡһың. Шулай уҡ Рәсәй Президенты грантына дәғүә итеү мөмкинлеге бар.

Конкурс һайлап алыу, төбәк финал этаптарынан һәм июлдә “Сириус"та үтәсәк йомғаҡлау өлөшөнән тора.

Ошо һылтанма буйынса тулы мәғлүмәт бирелгән: https://konkurs.sochisirius.ru/about 

Фото: ya.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: