+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
4 Март 2025, 09:01

Иртәгә сирена яңғыраясаҡ

Дуҫтар, ҡурҡып китмәгеҙ: 5 мартта халыҡты иҫкәртеү системаһын тикшерәсәктәр. 10.30 сәғәттән 10.40-ҡа тиклем 3 минут дауамында сирена яңғыраясаҡ. 

Иртәгә сирена яңғыраясаҡИртәгә сирена яңғыраясаҡ
Иртәгә сирена яңғыраясаҡ

10.40 - 10.45 сәғәттә иһә радио һәм телевизорҙан тауышлы хәбәр тапшырыласаҡ.

Белеүебеҙсә, халыҡты иҫкәртеүсе "Бөтәһенең иғтибарына" сигналы ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда яңғырай. Ҡайҙа булһағыҙ ҙа сирена һәм "Бөтәһенең иғтибарына" тигән һүҙҙәрҙе ишетәһегеҙ икән, шунда уҡ радио йәки телевизорҙы ҡабыҙырға кәрәк. Тапшырылған мәғлүмәтте аҙағынаса тыңлағыҙ, уны ике тапҡыр ҡабатлаясаҡтар. Халыҡҡа нимә эшләргә кәрәклеген әйтәсәктәр. Уны үтәргә, күршеләрегеҙгә лә хәбәр итергә кәрәк.

Фото: yandex.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас