Милләтебеҙҙең данлы ҡыҙы, арҙаҡлы ғалимә, башҡорт теле белгесе, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, профессор, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары кавалеры булған Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының тыуған ауылындағы мәктәптә исемен мәңгеләштереү маҡсатында таҡтататаш асылды.
Әйткәндәй, ғалимә ваҡытында белем усағында яҡшы уҡыған уҡыусыларға үҙенең премияһын да булдырған ине.
Халыҡ ғилемен төрлө китаптар аша ҡайтарған күренекле шәхес Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың исеме беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.