+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Иғтибар!
17 Март 2025, 16:30

"Икеле" билдәһе ҡасан ҡуйыла?

Ҡыҙының электрон көндәлегендәге «икеле»не күргәс, әсә кешенең аптырауының сиге булмай. Ниндәй дәрестән бит әле – географиянан!

Ә иң ғәжәпләндергәне – был көндө бит ҡыҙы дәрестә бөтөнләй булманы. Был хаҡта уҡытыусыға әйткәс, ул: «Дәрестә булмаясағы хаҡында алдан иҫкәртергә кәрәк ине», – тип яуап ҡайтарған. Ҡыҙы сирләгәс, әсәй кеше уны поликлиникаға ультратауыш тикшереүенә алып барған. Ә бындай тикшереүҙең ваҡытын алдан бик әйтмәйҙәр, сөнки сират ҙур, шуға үҙҙәре лә кистән генә белә. Поликлиникаға барыуҙары, тикшереү үтеүҙәре, анализ һөҙөмтәләре яҙылған ҡағыҙҙарҙы төшөрөп, телефон аша уҡытыусыға ебәрәләр. «Икеле»не ул төҙәткәнме, юҡмы – быныһы миңә билдәле түгел. Әммә аптыратҡаны шул: нимәгә нигеҙләнеп, уҡытыусы дәрестә булмаған балаға «икеле» билдәһе ҡуя ала икән? Был бит бер ниндәй ҡағиҙәгә лә һыя торған ғәмәл түгел.
Өфөнөң билдәле гимназияһында булған хәл ул. Ошонда уҡ тағы бер ваҡиғаны һөйләне әсә кеше. Физкультура дәресенә саңғыларын алып килмәгән өсөн уҡытыусы ярты синыф балаларына «икеле» ҡуйған. Ә тышта шундай йылы көн булған: ҡарҙар иреп, аяҡ аҫты лыс һыу саҡ. Был осраҡта ла уҡытыусы хаҡлымы ни? Һауа торошоноң үҙгәреүенә ҡарап, ул көндө дәресте залда үткәрергә булманымы икән ни?
Мәктәптәрҙәге ошондай хәлдәр хаҡында йыш ишетергә тура килә. «Йәншишмә» гәзите биттәрендә уҡытыусыларҙың фекерен дә белге килә.


З. МӘҺӘҘИЕВА.

 

Федор Решетниковтың "Опять двойка" картинаһы. 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас