Тап ошо юҫыҡта «Бишек» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән бергә йәш тикшеренеүселәр өсөн билдәле башҡорт мәғдән сәнәғәте эшмәкәре Исмәғил Тасимов исемендәге «Асыш» медиапроекты ойошторолдо. Уны тормошҡа ашырыу Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында мөмкин булған. Фильмдар балаларға зыялы шәхестәребеҙ тураһында тулы һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Улар тәбиғи фәндәр өлкәһендә мөһим асыштар яһаған һәм бөтә ил үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән башҡорт ғалимдары: Ғүмәр Ҡыуатов, Бәшир Рәмиев, Мәғрифә Мәүлитова, Сабирйән Ҡунаҡбаев, Ҡадир Тимерғәзин. «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина:
– Беҙ тәбиғи фәндәр өлкәһендә эшләгән ғалимдарыбыҙ, уларҙың ҙур асыштары тураһында бик аҙ беләбеҙ. Әммә белмәгән ергә барыу ҡыҙыҡлылараҡ, күрмәгән яңылыҡтарҙы күреү фәһемлерәк. Ошо ғалимдар миҫалында ҙур асыштар эшләп булыуҙы күрһәтергә теләнек. Был проект бейеклектәргә илтә лә. «Асыш» медиапроекты ике өлөштән торҙо. Уҡыусыларға беренсеһендә форум үткәрҙек, әле улар тураһында фильмдар төшөрөлә. Икенсеһендә иһә ошо ҡыҫҡа метражлы документаль фильмдар күрһәтеләсәк.
Уҡыусыларға был көндө ике документаль фильм күрһәтелде: Бәшир Рәмиев һәм Мәғрифә Мәүлитова тураһында ине улар. Бәшир Рәмиев – ЭВМ буйынса донъя генийы. Совет уйлап табыусыһы ғалимы Советтар Союзында тәүге ЭВМ-дарҙы («Стрела», «Урал-1») эшләүселәрҙең береһе була. Техник фәндәр докторы ,Сталин премияһы лауреаты, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ғалимдың бала сағындағы ролен 158-се башҡорт гимназияһының V cиныф уҡыусыһы Айтуған Ишемғужин башҡарған.
– Миңә фильмда төшөү бик оҡшаны. Үҙемә шул тиклем күп файҙалы мәғлүмәттәр тупланым. Күп уҡырға, белем алыуға етди иғтибар бүлергә кәрәк икәнлеген аңланым, – ти ул. Айтуған «Тамыр» балалар тапшырыуына, бассейнға йөрөргә ярата. Киләсәктә режиссёр булырға теләй.
Нефть фәненең легендаһы, Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарында Мәғрифә Мәүлитова нефтте һыуһыҙландырыу һәм тоҙһоҙландырыу өсөн арзан реагент-деэмульгатор уйлап таба. Фильмда уның бала сағын Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының III синыф уҡыусыһы Әминә Хисмәтуллина уйнап килештерҙе. Был ҡыҙ ҙа күп белергә, уҡырға ярата. Әйткәндәй, һәр бер зыялынан аныҡ маҡсаттар бирелә.
Киноны ҡарағандан һуң йәш тамашасылар кино тәнҡитселәре ролендә фильмдарҙы анализланы, интервьюларында тәьҫораттары менән уртаҡлашты, фильмдар төшөрөүселәр менән аралашты. Почетлы ҡунаҡтар: Рәсәй нефтсеһе, ғалим, журналист, «Башҡорт нефте» беренсе тарихи-иҡтисади йыйынтығын төҙөүсе Энгель Зәйнетдинов, ғалим-геолог, техник фәндәр докторы, Рәсәй тау фәндәре Академияһы академигы Эрнст Юлбарисов, физика-математика фәндәре кандидаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Алмаз Исхаҡов проектты төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм балаларҙы фильм геройҙарынан өлгө алырға саҡырҙы. Режиссёр Адель Һөнәрғолова, сценарий авторы Гөлфиә Раянова, ҡуйыусы оператор Руслан Бикбаев балаларҙың һорауҙарына бик теләп яуап бирҙе.
Арҙаҡлы башҡорт ғалимдары хаҡындағы был фильмдар балалар өсөн. Уларҙы ҡарамай ҡалмағыҙ. Нәҡ ошонан һинең дә асышыңа юл асылыр!