"Киләсәккә билет" сменаһына эләгеү өсөн конкурста ҡатнашырға кәрәк. Олимпиада еңеүселәре, социаль һәм ижади проекттар авторҙарына, киләсәген педагогика менән бәйләргә теләгән 14-17 йәшлек әүҙем уҡыусыларға 18 авгусҡа тиклем анкета тултырып, бәхеттәрен һынап ҡарарға кәрәк. 20 сентәбрҙә еңеүселәр исемлеге билдәле буласаҡ. Ниндәй документтар кәрәклеген ошонда ҡарай алаһығыҙ. Уңыштар һеҙгә!
Фото: ug.ru.