-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
21 Июль 2025, 15:57

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!»

1 июлдән 31 авгусҡа тиклем  республикала «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» хәйриә акцияһы үтә.

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!»
«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!»

 Быйыл ул аҙ тәьмин ителгән, күп балалы йәки тулы булмаған ғаиләләргә, һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә ярҙам итеү маҡсатынан 15-се тапҡыр ойошторола.

Республика район-ҡалаларында урынлашҡан «Ғаилә» үҙәктәре бүлектәрендә мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйыласаҡ. Кәнсә тауарҙары, дәфтәр, һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, балалар ижады өсөн йыйылмалар бары тик яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәиһә яҡшы хәлдә булырға тейеш. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала.

Хәйриә акцияһын Башҡорт­остан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Ғаилә» республика ресурс үҙәге ойоштора. Бөтә һорауҙар буйынса «Ғаилә» үҙәктәренең берҙәм телефонына шылтыратырға мөмкин: 8-800-347-5000.

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас