Материалдар 2025 йылдың 15 авгусынан 15 сентябренә тиклем ҡабул ителәсәк.
Премия үҫеп килгән быуынға рухи-әхлаҡи, патриотик тәрбиә биреүгә мөһим өлөш индергән ижад өсөн ике йылға бер тапҡыр бирелә. Конкурс иғлан ителгәнгә тиклем кәмендә бер йыл алдан айырым китап булып сыҡҡан, республиканың матбуғат баҫмаларында баҫылған йәки башҡа юл менән халыҡҡа еткерелгән әҫәрҙәр ҡабул ителә.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы сайтында тулыраҡ мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон: 280-87-75.
Фото: sun9-80.