3x3 баскетболы, чирлидинг, фиджитал турнирҙары, брейк-данс буйынса ярыш ойошторола. Әйткәндәй, баскетбол ярышы төрлө йәш категорияларында була: 12-15 йәшлек, 16-21 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар, 22 йәштән өлкәнерәктәр араһында.
Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн алдан, 7 сентябргә тиклем https://dynamoufa.ru/ сайтында теркәлеү үтергә кәрәк.
Динамо баскетбол клубының, "Уфимец" баскетбол клубы командаһының презентациялары көтөлә. Спортсыларҙан автограф алыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Музыкаль өлөш тә бар.
Программа менән танышығыҙ:
17:00 — фестивалде асыу;
17:30 — 3х3 баскетболы буйынса финал уйындары;
19:00 — музыкаль коллективтарҙың сығыштары.
"URAMBAIRAM" "Уфимец", "Динамо" баскетбол клубтары һәм Спорт министрлығы, АРТ КВАДРАТ ҡала үҙәге тарафынан ойошторола. Байрамға инеү, турнирҙарҙа ҡатнашыу бушлай. Рәхим итегеҙ!
6+
Фото һәм мәғлүмәт: dynamoufa.