-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
12 Ноябрь 2025, 10:32

Интернет-мутлашыусыларҙан һаҡланырға ярҙам итә

11 ноябрҙән 8 декабргә тиклем "Хәүефһеҙ интернет" Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы үтә.

Интернет-мутлашыусыларҙан һаҡланырға ярҙам итә
Интернет-мутлашыусыларҙан һаҡланырға ярҙам итә

Был проекттың маҡсаты - балаларҙы һанлы технологиялар менән хәүефһеҙ файҙаланырға, шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡларға, мутлашыусыларҙың схемаларын танырға өйрәтеү.

Олимпиада шулай уҡ логик фекерләүҙе үҫтерә, хәтерҙе яҡшырта. Эштәр ҡатмарлы түгел, махсус белем талап ителмәй, ти ойоштороусылар. 

Олимпиада Учи.ру платформаһында үтә. Бөтә уҡыусыларға ла һөҙөмтәләре буйынса - диплом йәки бүтән награда, ә уҡытыусыларға рәхмәт хаттары ебәрелә. 

Фото: gradmsk.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас