-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
27 Ноябрь 2025, 12:25

Мин ҡайтырмын!

16 декабрҙә «Атайсал» үҙәгендә «Күңел күҙе» халыҡ инклюзив театры һәм «Табын» халыҡ ижады коллективы «Мин ҡайтырмын» спектаклен күрһәтә.

Мин ҡайтырмын!
Мин ҡайтырмын!

Яңы тамаша тормош менән батырлыҡ араһындағы нескә сик, ысын туғанлыҡ көсө, тыуған йорт йылыһы һәм яҡындары хаҡына көрәшергә әҙер булған йөрәк тураһында. Спектаклдә бөгөнгө заман батырҙары - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың күңел кисерештәре, өмөт-ышаныстары һәм мөхәббәте менән тулы ысын тарих йәнләнә. Режиссер әҫәрҙең төп идеяһын - дуҫлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ хистәрен сағыу һәм тәрән тойғолар аша асып бирергә тырыша.
Сценарий авторҙары: Илнур Лоҡманов һәм Розалия Солтангәрәева. Шиғырҙар авторы: Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Лариса Абдуллина. Шиғырҙарҙы тәржемә итеүселәр: Андрей Расторгуев һәм Мәмәт Хәлилов. Композитор: Арыҫлан Әхмәтов. Яҡтыртыу буйынса рәссам: Эмиль Исмағулев.
Режиссеры - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илнур Лоҡманов.
📆16 декабрь, 19.00 сәғәттә. Спектакль урыҫ телендә була.
📍«Атайсал» мәҙәниәт үҙәге, Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17.
🎫Билеттар: https://vk.cc/cRDWey, Пушкин картаһы ғәмәлдә.

12+

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас