Уның маҡсаты - бер нисә телде (урыҫ теле, туған тел, сит тел) яҡшы белгән уҡыусыларҙы асыҡлау, белемгә ынтылыш тыуҙырыу, балаларҙы илебеҙҙә йәшәгән халыҡтар менән таныштырыу, телдәрҙе өйрәнеүгә шарттар булдырыу.
Олимпиадала Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән V-XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Беренсе һайлап алыу туры 16 февралдән 2 мартҡа тиклем Полилингвальная олимпиада "Агидель" сайтында барасаҡ. Ә йомғаҡлау этабы 1 апрелдә үтә. II турға иң күп балл йыйған 100 уҡыусы саҡырыласаҡ. Положение менән олимпиаданың сайтында танышырға мөмкин.
Сараны 1-се республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ярҙамында Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар унивеситеты менән берлектә ойоштора.