-12 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
25 Февраль , 09:55

Кемдең яуабы дөрөҫ?

Ҡәҙерле дуҫтар, Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы үткәргән “Тел – күңел көҙгөһө” тигән викторинаға һеҙҙән күп кенә яуаптар алдыҡ. Әүҙемлегегеҙ, тырышлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Эҙләндегеҙ, белмәгәнегеҙҙе белеп ҡалдығыҙ, афарин! Ә иң дөрөҫ яуаптарҙы кемдәр ебәрҙе, тиһегеҙме?

Кемдең яуабы дөрөҫ?
Кемдең яуабы дөрөҫ?

Бына улар:

Ауырғазы районы Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының III синыф уҡыусыһы Айназ Вәлитов;

Баймаҡ районы Урғаҙа мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Сөмбөл Иҫәнюлова;

Белорет районы Инйәрҙәге 2-се мәктәптән Ислам Ғәлиәкбәров;

Бөрйән районы Ҡолғона мәктәбенең VII синыф уҡыусыһы Тимур Ҡулбирҙин;

Дүртөйлөләге Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының VI”А” синыфы уҡыусыһы Гөлназ Фәхретдинова;

Ейәнсура районы Ибрай мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы Айназ Дауытов;

Илеш районы Түбәнге Йәркәй лицейы уҡыусылары Әҙилә Фәррәхова; Айзат Зәкәриев, Ирина Хөрмәтуллина;

Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының VII синыф уҡыусыһы Әминә Билалова.

Был уҡыусыларыбыҙға редакцияның Почет грамотаһы һәм "Йәншишмә"нең календары тапшырыласаҡ. Викторинала ҡатнашҡан ҡалған дуҫтарыбыҙ ҙа календарлы буласаҡ һәм Маҡтау ҡағыҙы аласаҡ.

Ә хәҙер яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ.

1.1999 йылда Юнеско тарафынан.

  1. Бангладеш, 1952 йыл.
  2. 42.
  3. Вячеслав Чернев.
  4. Ғалим Абдрахман Ғәлләмов.
  5. 8 меңдән ашыу, 7 мең тирәһе генә ҡулланыла.
  6. Язык мой – враг мой.
  7. Ҡытай теленең мандарин диалекты.
  8. Айгиз Ҡунафин.
  9. Өс диалекты бар. Көньяҡ, көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш.
  10. 1919 йылдан 14 декабрҙә билдәләнә.

12.Туған телде һаҡлау өсөн уның яҙма теле булырға тейеш. Һөйләшергә кәрәк һәм башҡалар.

  1. Мөхәррәм Сәлимов көйө, Рәшит Шәкүр һүҙҙәре.
  2. Тел тураһында шиғырҙар.
  3. ә, ө, ү, ң, ҙ, ҫ, һ
  4. Мәжит Ғафури.
  5. Шаяниум.
  6. Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтов сәсәндәрҙән.
  7. 1957 йылда.
  8. Боронғо төрки рун яҙмаһын.
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас