Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
28 Февраль , 12:01

Стәрлетамаҡта - Ғаилә байрамы

1 мартта республикабыҙҙа Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Стәрлетамаҡта "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.

Стәрлетамаҡта - Ғаилә байрамы
Стәрлетамаҡта - Ғаилә байрамы

БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ БАЙРАМЫНАН СИТТӘ ҠАЛМАҒЫҘ!
12.00 сәғәттә башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы буйынса “Түңәрәк өҫтәл” ойошторола (кесе зал).
15.00 сәғәттә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының гала-концерты башлана. Ошо уҡ тамашала Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылын асыу тантанаһы ҡаралған (ҙур зал).
Ә инде 17.00 сәғәттә “дискотека залында” йәштәрҙе Илнур Рамазанов, Илшат Яҙмыш Йәмилев һәм башҡа билдәле башҡарыусылар ҡатнашлығында башҡортса ритайымға саҡыралар.

Әйткәндәй, байрам сиктәрендә башҡорт милли биҙәүестәренә бәйле күргәҙмәләр эше, шәжәрә төҙөү буйынса оҫталыҡ дәресе һәм ғаиләләргә төрлө өлкә белгестәре ҡатнашлығында консультациялар ҡаралған. Башҡорт ғаиләһе көнөнән, башҡорт ғаиләһе байрамынан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! 0+

Был турала Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә: https://vk.com/club93484867 

Стәрлетамаҡта - Ғаилә байрамы
Стәрлетамаҡта - Ғаилә байрамы
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас