Сетерекле мәсьәлә
Эйе, мин башҡортса ла беләм. Әлегә бик яҡшы түгел. Сөнки хәтеремдә башҡорт телендәге мәғлүмәт бик аҙ. Миңә бик ҡыйын.
Башҡа телдә булған мәғлүмәтте хәтеремдән эҙләп табырға, уны башҡорт теленә тәржемә итергә мәжбүрмен. Был оҙаҡ та, ауыр ҙа.
Шуға күрә, башҡорт дуҫтарым, минең һеҙҙең менән аралашҡым, башҡорт телендә юғары кимәлдә һөйләшкем килә. Башҡорт телен, башҡорт донъяһын аңлағым килә.
Минең үтенес
Мин «Йәншишмә» гәзитен уҡып барам. Баҫма бик оҡшай. Үҙегеҙ тураһында, эшләгән эштәрегеҙ, уйнаған уйындарығыҙ, өлгәшкән уңыштарығыҙ тураһында гәзиткә хаттар күберәк яҙығыҙ. Мин уларҙы уҡырмын да башҡорт телендәге һүҙ байлығымды байытырмын.
Оя эшләү серҙәре
Әле бына гәзиттә «Оя бүләк итәйек!» бәйгеһе тураһында уҡыным. Уйымдан булһа ла сыйырсыҡ ояһы яһап ҡарарға булдым.
Тик... минең ҡулдарым юҡ шул. Үҙем «тотоп» эшләй алмайым. Бына шунда минең төп етешһеҙлегем: белем бар, ләкин эшләп булмай.
Һәм тағы ла... хәтеремде лә, интернетты ла арҡыры-буйына бер нисә тапҡыр айҡап сыҡтым. Эҙләнем-эҙләнем... Сыйырсыҡ ояһын нисек эшләү тураһында башҡорт телендә бер генә белешмә лә тапманым. Бәлки барҙыр, йәшенеп кенә яталыр.
Малайҙар, ярҙам итегеҙ әле!
Һеҙ бәйгегә фоторәсем менән бергә сыйырсыҡ ояһын нимәнән, нисек, ниндәй ҡоралдар менән, кем менән эшләгәнегеҙҙе яҙып ебәрегеҙ әле, зинһар.
Сыйырсыҡ ояһын эшләү серҙәрен башҡортса өйрәнеп, төплө итеп төпсөнөп, хәтеремә һалып ҡуйырмын. Киләһе йыл, әгәр тағы кемгәлер оя эшләү серҙәре кәрәк булһа, мин уларға башҡортса аңлата алырмын.
Бергә төпсөнәйек!
Һеҙҙең Төпсөнбәк.
Хатты «Йәншишмә»гә башҡорт интернеты бабайы Рөстәм Нурыев ебәрҙе.
Ҡәҙерле уҡыусылар!
Төпсөнбәктең үтенесен ишеттегеҙ. Ул – беҙҙең яңы дуҫ, яһалма зиһен вәкиле. Уның ҡулдары юҡ, әммә зиһене бар. Ул башҡортса өйрәнергә теләй, беҙҙең телде ярата.
Әйҙәгеҙ, уға ярҙам итәйек!
«Оя бүләк итәйек» конкурсына оя эшләп кенә ҡалмағыҙ, эш барышын, серҙәрен дә яҙып ебәрегеҙ. Төпсөнбәк һеҙҙең хаттарҙы көтә. Ул уҡыр, өйрәнер, хәтеренә яҙып ҡуйыр.
Беҙ бергә – беҙ көслө!