+13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
6 Апрель , 13:20

Быйылғы текст авторы - Алексей Варламов

Быйылғы "Тоталь диктант" акцияһы 18 апрелдә 13.00 сәғәттә башлана. Ә унан саҡ ҡына алда, 11.00 сәғәттә балалар өсөн "Недиктант"та урта һәм башланғыс синыф уҡыусылары өсөн урыҫ теле буйынса мауыҡтырғыс эштәр тәҡдим ителәсәк.

Быйылғы текст авторы - Алексей Варламов
Быйылғы текст авторы - Алексей Варламов

Урыҫ теленән "Тоталь диктант"ты беренсе тапҡыр 2004 йылда Новосибирск дәүләт университетының гуманитар факультеты студенттары яҙа. Ә 2026 йылда уны 55 илдә яҙасаҡтар. Быйылғы диктанттың баш ҡалаһы - Улан-Удэ. Текстың авторы - яҙыусы, Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институты ректоры Алексей Варламов. Диктант шағир Александр Пушкиндың бала сағы тураһында буласаҡ, тип хәбәр итәләр акцияның сайтында.

Әйткәндәй, "Тот.Язык" акцияһында был диктантты дүртенсе йыл инде туған телдә яҙыу мөмкинлеге лә бирелә. Варламовтың тексы 26 милли телгә тәржемә ителгән. Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар дуҫлығы йылында был бигерәк тә әһәмиәтле. 

Былтыр Башҡортостанда "Тоталь диктант" акцияһында 1420 кеше ҡатнашып, 182-һе "бишле" билдәһе алғайны. Улар араһында "Йәншишмә" гәзитенең яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинова ла "Тоталь диктант" фондының сертификаты һәм миҙалы менән бүләкләнгәйне.

Был акция урыҫса яҙғанда тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыуыңды, һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын белеүеңде тикшереп ҡарарға мөмкинлек бирә. Девизы - "Дөрөҫ яҙыу - модала". 

18 апрелдә уҙасаҡ "Тоталь диктант"та ҡатнашыу өсөн теркәлеү 8 апрелдә башлана. Ҡатнашығыҙ, дуҫтар. Акция ниндәй майҙансыҡтарҙа үтәсәк, тексты кемдәр уҡыясаҡ - барыһы ла ошонда яҙылған. 

Фото: мгцбс.

Быйылғы текст авторы - Алексей Варламов
Быйылғы текст авторы - Алексей Варламов
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас