+10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
6 Апрель , 21:10

Ваҡ аҡса йыялар

6–18 апрелдә Рәсәйҙә "Тәңкә аҙналығы" ойошторола. 

Ваҡ аҡса йыялар
Ваҡ аҡса йыялар

Өйөгөҙҙә йыйылып ятҡан тинлектәрҙе банктарға, магазиндарға алып барып тапшырырға мөмкин. Ҡайҙа тапшырырғамы? https://монетнаянеделя.рф/#map сайтында бөтә адрестар бирелгән. 

Банктарға тапшырғанда паспорт һорайҙар. Ваҡ аҡсаны ҡағыҙ аҡсаға алмаштыралар йәки иҫәбеңә күсерәләр. Магазиндарҙа паспорт кәрәкмәй. Тинлектәрҙе номиналына ҡарап айырып алып барһаң яҡшыраҡ. Ҡайһы бер урындарҙа шуны талап итәләр. 1997 йылдан һуң сығарылған аҡсалар ғына ҡабул ителә. 

Әйткәндәй, үткән көҙ ошондай акция барышында халыҡ банктарға 3,5 миллион һум ваҡ аҡса тапшырған.

Фото: А.ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас