Иғтибар!
20 Апреля , 10:17

"Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр? Хәбәр ит!"

20 апрелдә "Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр? Хәбәр ит!" Бөтә Рәсәй акцияһының быйылғы тәүге этабы башлана.

"Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр? Хәбәр ит!""Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр? Хәбәр ит!"
"Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр? Хәбәр ит!"

Ул 1 майға тиклем барасаҡ. Акцияның маҡсаты - наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшкә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. Был көндәрҙә һәр кем аноним рәүештә наркотик һатыу, ҡулланыу, наркопритондар тураһында 8(347) 279-32-92 «ышаныс телефоны» буйынса шылтыратып әйтә ала. Мәғлүмәт иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.

Йәштәр һәм үҫмерҙәр күмәк йыйылған урындарҙа тикшереүҙәр үткәреләсәк. 

Әйткәндәй, былтыр  "Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр? Хәбәр ит!" акцияһы барышында был мәсьәләгә битараф булмаған граждандарҙың әүҙемлеге ярҙамында  Рәсәйҙең наркотитарға ҡаршы ҡануниәтен боҙған 10 мең сайт асыҡланған. 960 килограмдан күберәк наркотик тартып алынған.

Фото: stavik.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас