+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
25 Декабрь 2017, 18:39

Ҡыш бабай бүләге

Бер мәл башҡорт Ҡыш бабайы мамыҡ юр­ғанға төрөнгән серле урманға һоҡлана-һоҡлана китеп бара икән. Зәңгәр күктә көмөш ай йылмая, һауанан йымылдашып йондоҙ-ҡарҙар һибелә. Ҡапыл уның ҡаршыһына ашығып сапҡан Ҡуян менән Тейен килеп сыҡҡан.

Бер мәл башҡорт Ҡыш бабайы мамыҡ юр­ғанға төрөнгән серле урманға һоҡлана-һоҡлана китеп бара икән. Зәңгәр күктә көмөш ай йылмая, һауанан йымылдашып йондоҙ-ҡарҙар һибелә. Ҡапыл уның ҡаршыһына ашығып сапҡан Ҡуян менән Тейен килеп сыҡҡан.
– Ҡайҙа былай ҡабаланаһығыҙ, балаҡайҙар, арып бөткәнһегеҙ бит? – тип һорай Ҡыш бабай.
– Беҙҙе уҫал Бүре ҡыуып килә, олатай. Арта­бан ҡасырлыҡ хәлебеҙ ҡалманы, зинһар, ҡот­ҡар инде, – тип ялбарған кескәй кейектәр.
– Аһ, шул яуызды, урманға һыйманы бит, – ти ҙә Ҡыш бабай тылсымлы тоғон ҡулына ала. – Инеп ултырығыҙ ошонда.
Бер аҙҙан теге Бүре килеп етә лә яман ҡарап:
– Ҡыш бабай, ошонан хәйләкәр Тейен менән ҡурҡаҡ Ҡуян сабып үткәнен күрмәнеңме? – тип ырылдай.
– Күрҙем, бына улар, – ти ҙә Ҡыш бабай тоғон әйләндереп ҡаға. Уның эсенән Бүре ғүмерҙә күргәне булмаған аҡ кейек сығып ҡаса. Баҫтырырға маташҡан йыртҡыс уны тиҙ арала күҙҙән юғалта. Ҡуянды ҡарҙан айырырлыҡ түгел икән. Ә Тейен тоҡтан сыға ла етеҙ генә үрмәләп, ағас башына менеп китә һәм һемәйеп ҡалған асыҡ ауыҙ Бүренән һыны ҡатып көлә, ти. Баҡтиһәң, уның тәпәйҙәренә үткер тырнаҡтар үҫеп сыҡҡан була. Йәне көйгән Бүре Ҡыш бабайға ныҡ асыулана:
– Был һинең генә эшең, ҡартлас. Улай бул­ғас, мине лә ап-аҡ ит тә тәпәйҙәремә тырнаҡтар үҫтер.
– Былар һиңә нимәгә һуң? – тип аптырай Ҡыш бабай.
– Ҡуян менән Тейенде тотоп ашар өсөн, – тип тешен шаҡылдата Бүре.
– Ә–ә, шулаймы? Ҡара эслегә аҡ тун килешмәҫ. Осло тырнаҡтарҙың да һиңә кәрәге юҡ, үҙеңдеке үҙеңә тап-таман, – ти Ҡыш бабай көлөмһөрәп.
Шул ваҡыттан бирле ҡуяндар ҡышын аҡ тун­дарын кейеп ала, ә тейендәр ағас баштарында ғына йәшәй икән. Шулай Ҡыш бабай бүләге дуҫтарға ныҡ ярҙам итә. Ә йәмһеҙ тун кейгән яуыз Бүре уларҙы һаман һағалай, гел баҫтыра, әммә һис тота алмай, ти.
Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА. IV синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Ҡырҙас мәктәбе.
Читайте нас: