+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
19 Ғинуар 2018, 16:52

Гөлназ Вәлиева шиғырҙары

Гөлназ Вәлиева – Учалы районы Ҡалуй ауылы ҡыҙы. Бәләкәй саҡтан бәйләм бәйләргә, шиғырҙар яҙырға, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға ярата. 2016 йылдан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында белем ала. VIII «Б» синыфында уҡыған ҡыҙ ваҡытын гел файҙалы үткәрергә тырыша.

Салауат батыр

Башҡортомдоң ғорурлығы

Булған Салауат батыр.

Һәйкәл дә уға ҡуйылған,

Һәр кем ҡарап, таң ҡалыр.

Яр башында торған таш һын

Һәр кемде ҡаршы ала.

Өфө менән таныштырғас,

Гүйә, оҙатып ҡала.

Рух ҡәғбәһе – милли герой

Беҙҙе алға ҡеүәтләй.

Киләсәккә – алға ҡарап,

Ныҡ бул, тип теләгәндәй.

Ҡышҡы йыр

Алтын көҙ үтте,

Һалҡын ҡыш етте.

Ҡыш бабай килеп,

Тәҙрәне сиртте.

Ябалаҡ ҡарҙар

Япты ер өҫтөн.

Тиҙҙән бурандар

Һуҙыр үҙ көйөн.

Ҡышҡы һыуыҡтан

Ҡурҡмай саңғысы.

Ҡыш бер ни түгел,

Сыныҡһа кеше!
Читайте нас: